Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәрби госпиталдәрҙә яугирҙарға ярҙам итеп ҡайтҡан ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашты. Хәбәр итеүебеҙсә, госпиталдәргә ярҙамға гүзәл заттарҙан ирекмәндәр төркөмөн ойоштороу ниәтен Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко октябрь аҙағында үткән оператив кәңәшәмәлә күтәреп сыҡҡайны. Радий Хәбиров идеяны хупланы. Тәүге төркөм ете кешенән тупланған, улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Республика башлығы ирекмәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ике аҙна дауамында госпиталдәрҙә ятҡан яралы яугирҙарға ярҙам иткән. Медицина белеме булғандар төрлө дауалау процедуралары яһауҙа ҡатнашҡан, башҡалар һалдаттарҙы йыуындырған, йәрәхәттәрен таҙартҡан, сәстәрен алған, ашатҡан, яҡындары менән бәйләнешкә сығырға ярҙам иткән. Госпиталдәрҙә артыҡ ҡул көс юҡ, ирекмәндәр ярҙамына ихтыяж ҙур. Был сәфәр түләнмәй, үҙ иҫәбеңә бараһың, күңел ҡушыуы буйынса, ти ҡатын-ҡыҙҙар.



