Бөгөн ер шарының төрлө ҡитғаларында телевидение хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй


Был көн 28 йыл элек булдырылған. Хәҙерге ысынбарлыҡта тормошто зәңгәр экранһыҙ, төрлө йүнәлештәге тапшырыуҙарһыҙ һәм яңылыҡтарһыҙ күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында был өлкөлә йөҙҙәрсә кеше үҙ хеҙмәтен һала. Ә яңылыҡтарҙа эшләүселәр һәр ваҡыттағыса һөнәри байрамын эш урыныда билдәләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

«Башҡорт каникулдары» проекты быйыл «ТЭФИ-Төбәк» бөтә Рәсәй конкурсының сағыу еңеүселәренең береһе булды. Сәйәхәт-шоу алып барыусылар Дмитрий Каретко һәм Альбина Ҡасимханова һуңғы көнгә тиклем уларҙың команда эше бронза Орфей яулауына ышанмай.

«Башҡорт каникулдары» программаһы өс йыл дауамында тамашасыларға төбәктең үҙенсәлекле тәбиғәте, шулай уҡ танылған һәм аҙ билдәле туристик маршруттар хаҡында бәйән итә. Программаның ижади командаһын социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. «Башҡорт каникулдары» командаһы менән режиссер Виталий Ермаков етәкселек итә. Фильм төшөрөү төркөмө ямғыр ҙа , эҫе лә, һыуыҡ та ҡурҡыныс түгел.

Яңылыҡтар командаһы иһә телевидениеның төп көсө булып тора. Аҙна дауамында беҙҙең өлгөр хәбәрселәр тәгәрмәстәр өҫтөндә республика киңлектәрен арҡырыһын-буйға иңләй.

Репортаж йәки телевизион программа, тура эфирҙар. Был координатор, хәбәрсе, оператор, видеоинженер, режиссер, водителдең хеҙмәт емеше. Эштә улар өйҙәренә ҡарағанда ла күберәк ваҡытын үткәрә.

Рәсми яңылыҡтар, ил һәм донъя күләмендә барған мөһим ваҡиғалар ҙа беҙҙең яңылыҡтар хәбәрселәре оҫталығы менән оператив һәм обьектив яҡтыртыла.

Республиканың төп телеканалының яңылыҡтар хеҙмәте журналистары халыҡ менән власты тоташтырыусы үҙенсәлекле күпер ролен үтәй. Яңылыҡтарҙа хәрби хәбәрселәр ҙә эшләй. Махсус хәрби операция биләмәһенән репортаждар шәлкемен Рафиҡ Әхмәтшин, Айнур Кәбиров, Азат Саҙрыев даими яҡтырта. Сәйәсәт, социаль, мәҙәни тормош, медицина, мәғариф һәм көнүҙәк хәл-ваҡиғаларҙы туплауҙа иһә сығарылыш мөхәррире яуаплы.

Яңылыҡтар хеҙмәтендә тотош ил күләмендә танылыу яулаусы хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар. Гөлдәриә Йосопова үҙ эшен яратҡан, ысын һөнәрмән. Ул журналистикала йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш бирә һәм алштырғыһыҙ әйҙәүсе остаз булып тора.

Текстар яҙылып, тикшерелгәндән һуң, раҫланып ҡораусыларға тапшырыла. Был бүлмәләге ҡораусы-режиссерҙар тамашасы төбәктәге һуғңы ваҡиғалар менән ваҡытында танышып барһын өсөн күңел йылыһын һалып эшләй.

Ә ауылдарҙа беҙҙең тоғро тамашасыларҙың нисек тын алышын хеҙмәттәшебеҙ Анастасия Илсебаеванан да яҡшыраҡ белеүсе юҡтыр. Хеҙмәттәшебеҙ ауыл йәшәйәсәк, артабан да сәскә атасаҡ, тип ышандыра.

Кадрҙа булһынмы,кадр артындамы телевилениела һәр бүлек хеҙмәткәрҙәре сәғәт механизмы кеүек көйлө эшләй.

Эфир сифаты 500 ашыу хеҙмәткәрҙәр операторҙар, тауыш режиссерҙары, инженерҙар, техниктарға бәйле. Тап улар тарафынан сағыу һүрәт, тауыш кимәле көйләнә, яҡтыртыу ҡорамалдары һәм заманса техника ярҙамында тамашасыларға юғары сифатлы контнект еткерелә.

Бөгөн халыҡ-ара телевидение көнө. Яҙмышын телевидение менән бәйләүселәр өсөн был көн мөһим һәм яуаплы. Был көндә беҙҙең журналистар, режиссерҙар, ҡораусылар һәм кадр артында ҡалыусы бихисап хеҙмәткәрҙәр көндәлек эш менән мәшғүл.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ