Өфөлә 112 системаһының шылтыратыуҙар эшкәртеү үҙәгенә мөрәжәғәттәр артҡан


Был һауа торошоноң боҙолоуы, һыуыҡтар башланыуы һәм, һөҙөмтәлә, янғындарҙың артыуы менән бәйле.

Үҙәккә Башҡортостанда йәшәүселәрҙән тәүлегенә 7 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителә. Йылына был һан 2 миллион 200 меңгә барып етә. Берҙәм телефон аша диспетчерҙар янғын һағы, полиция, тиҙ ярҙам һәм газ-авария хеҙмәтенә мәғлүмәттәр ебәрә. Үкенескә күрә, ялған шылтыратыуҙар ҙа юҡ түгел. Бында шулай уҡ халыҡ өсөн тәүлек әйләнәһенә психологик ярҙам да эшләй. Башлыса кешеләр шәхси, медицина-психологик һәм ғаилә проблемалары менән мөрәжәғәт итә.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ