Ғаилә менән эшҡыуарлыҡта. Роза һәм Фазыл Ғәлимовтар Туймазы районы Төмәнәк ауылында ярты быуаттан ашыу ғүмер итә. Бәхетле парҙың балалары ла тыуған ерендә төпләнгән. Ғаилә малсылыҡ тармағын, агротуризмды үҫтереүҙә, төҙөлөш материалдарын етештереүҙә алдынғы урындарҙың береһен биләй. Уңған, эшһөйәр Ғәлимовтар хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Фазыл Ғәлимов үҙ ғаилә фермаһын ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында эшләп, тәжрибә туплағандан һуң булдыра. Тормош иптәше Роза Тимерғәле ҡыҙы, улдары Илвир менән Ғамир ғаилә башлығына һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. 1994 йылда фермер хужалығыннда 17 гектар ер булһа, бөгөн 240 гектарҙа үҫемселек менән шөғөлләнәләр. Бынан тыш хужалыҡта 460 баш һарыҡ, 11 баш йылҡы малы бар. Күптән түгел ит йүнәлешендәге Дорпер тоҡомло 4 һарыҡ һатып алғандар. Бынан тыш ферма биләмәһендәге быуала карп, аҡ амур үрсетәләр. Ғәлиевтар ғаиләһенең тырышлығы тиҫтәләгән диплом, маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланған.
Фазыл Сабир улы менән Роза Тимерғәле ҡыҙы Ғәлимовтар ғүмер һуғмағынан бер-береһен аңлап ярты быуат бергә атлай. Роза Ғәлимова ауыл хужалығында, теген производствоһында, мәғариф өлкөләрендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Уңған, тиктормаҫ ханым хаҡлы ялда ла ҙур хужалыҡта күпләп ҡош-ҡорт тота, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, ейән-ейәнсәрҙәрен бағырға ярҙам итә.
Ғәлимовтарҙың ике улына ата-әсәһенән бөтмөрлөк һәм йүнселлек кеүек күркәм сифаттар күскән. Илвир үҙе асҡан цехта тимер-бетон ҡулсалар, керамзит блоктар етештерә. Ғамир агротуризм менән шөғөлләнә.
Былтыр Фазыл Сабир улы ауыл туризмын үҫтереүгә -5 миллион һумлыҡ грант алған. Был аҡсалар «Төмәнәк» утарын төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән, тәбиғәт шарттарында ял итеү өсөн йорттар төҙөгән. Ғәлимовтар киләсәктә А-фрейм стилендә дә йорттар ҡорорға, квадроциклдар һатып алырға ниәтләй. Башҡортостан, шул иҫәптән Туймазы районы эшҡыуарҙары ла «Агротуризм» федераль проектында әүҙем ҡатнаша. Һуңғы өс йылда ғына 9 проект еңеү яулаған, уларҙы тормошҡа ашырыуға 58 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән.
Гүзәл Борханова



