Баймаҡта «Тел асҡысы» нәфис һүҙ оҫталары район конкурсы үтте


Баймаҡ ҡалаһының балалар ижады үҙәгендә «Ғаилә йылы»на арналған «Тел асҡысы» нәфис һүҙ оҫталары район конкурсы үтте. Тел мәҙәниәтен үҫтереү, нәфис һүҙ сәнғәтенә һөйөү уятыу, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, талантлы ғаиләләрҙе, балаларҙы барлау маҡсатында ойошторолған сара яңы исемдәр асты.

Шиғриәт бәйгеһенең тәүге турына конкурсанттар видеояҙмалар әҙерләне. Улар араһынан 15 бәйгесе финалға сығып тамашасылар һәм баһалама ағзалары алдында тормош, ғаилә, балалар, тураһында башҡорт телендә шиғырҙарҙы яттан һөйләне.

Һәр ҡатнашыусы матур һөйләү оҫталығын күрһәтеп, үҙ сығышын еренә еткереп, ролгә инеп, тасуири итеп башҡарҙы. Бәйгеселәр араһында йөрәк ҡылдарын сиртерлек, күңелдәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйләүсе нәфис һүҙ оҫталары күп булды.

«Тел асҡысы» район конкурсында балалар, ата-әсәләр, өләйсәйҙәрҙең әүҙем ҡатнашыуы һөйөндөрҙө. Нәфис һүҙ оҫталары бәйгеһе талантлы балаларҙы асыҡлау, туған телгә, әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү, балаларҙа тасуири уҡыу күнекмәләрен, сәхнә оҫталығын үҫтереү, шиғриәткә һөйөү уятыуҙа ла мөһим роль уйнай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ