Бында стәрлетамаҡтар ебәргән гуманитар ылауҙы ҡабул иттеләр. Был ҡала халҡы һәм ойошмалары туплаған 13-сө конвой. Ярҙамды Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов оҙатып барған. “Махсус хәрби операция биләмәһенә беренсе тапҡыр килеүем. Яугирҙарыбыҙға кәрәк-яраҡтар тапшырҙыҡ. Хәрбиҙәр Еңеү өсөн алыша. Уларға уңыштар!” – тип белдергән социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡала башлығы.




