Мәскәүҙә Милли спорт премияһы лауреаттарын тәбрикләнеләр. Вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Ирек Сәғитов белдереүенсә, был награда спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға өлөш индереүселәрҙе берләштерә. Милли спорт премияһы яңы еңеүҙәргә дәрт бирергә тейеш. Башҡортостанда 13 меңдән ашыу спорт объекты бар. Халыҡтың 58 проценттан күберәге спорт менән шөғөлләнә. Быйыл ҙур объекттары - Көрәш һарайы, Ишкәкселәр комплексы һәм Фехтование үҙәге файҙаланыуға тапшырылды.




