Башҡортостан ҡурайсылары гастролгә юлланды

Дәүләт ансамбле тамашасыларға боронғо көйҙәр, халыҡ йырҙары тәҡдим итә. Коллективтың беренсе концерты Асҡында, икенсеһе Благовещенда үтте. Артистар бөгөн Стәрлетамаҡта, 25-ендә Талбазыла сығыш яһай. Декабрҙә концерттар Салауат, Мәләүез, Ишембай һәм башҡа ҡалаларҙа була. Киләһе йылда Силәбе өлкәһенә һәм Татарстан республикаһына ҙур гастролдәр көтөлә. Ҡурайсылар ансамбле Республика башлығы указы менән ойошторолдо. Ул Башҡорт дәүләт филармонияһы нигеҙендә булдырылды. 10 октябрь республикала Ҡурай көнө тип иғлан ителде.

Фото №1 - Башҡортостан ҡурайсылары гастролгә юлланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ