Башҡортостан предприятиелары 2025 йылға тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш

Тирә яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаған Башҡортостан предприятиелары 2025 йылға тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейеш. Был мәсьәлә Радий Хәбиров рәйеселегенә уҙған сираттағы «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл апрелдә төбәк етәксеһе сәнәғәт объекттарында экологик мониторинг мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда федераль ҡануниәткә ярашлы 2025 йылдың 1 ғинуарына тиклем комплекслы экологик рөхсәт алырға тейешле предприятиелар менән эшләү буйынса төп аҙымдар билдәләнде. Республика биләмәһендә был талап тирә-яҡ мөхиткә ҙур йоғонто яһаусы 100-гә яҡын объектҡа ҡағыла. Бөгөнгә компанияларҙың 42 проценты комплекслы экологик рөхсәт алған. Тағы ла 23 проценты килешеү этабында. Ҡалған предприятиелар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә рөхсәт алыу өсөн документтарҙың тулы пакетын тупларға тейеш.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ