Өфө уҡыусылары яугирҙарға гуманитар ылау әҙерләгән


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү тәҡдимен балалар үҙҙәре күтәреп сыҡҡан. Улар үҙҙәре белем алған 128-се мәктәптә көҙгө йәрминкә ойошторған, йәй буйы баҡсала үҫтергән уңышты, ҡул эштәрен һатыуға сығарған. Йыйылған аҡса алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәк-яраҡ алыуға тотонолған. Уҡыусылар әйтеүенсә, был ҡарар осраҡлы түгел. Күп балаларҙың яҡындары махсус хәрбм операцияла ҡатнаша. 10-сы клас уҡыусыһы Виктория Хисамованың атаһы ла көҙ ил һағына баҫҡан. Бүләктәр беҙҙең күңел йылыбыҙҙы, изге теләктәребеҙҙе еткерер тип ышанабыҙ, ти ҡыҙҙар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ