Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Салауат ҡалаһына эш сәфәре сиктәрендә Калинин урамында «Башҡорт ихаталары « программаһы буйынса төҙөкләндерелгән биләмәлә булды. Радий Хәбиров объекттың етешһеҙлектәрен ҡарап төҙөлөш проекты өсөн яуаплы шәхестәрҙе, проектты ҡабул итеүгә рөхсәт биреүсе етәкселәрҙе тәнҡит утында тотто. Йәшелләндереү буйынса эш, өлкәндәр өсөн ял урынын, биләмәнең ҡиәфәтен Радий Хәбиров икеле билдәһенә баһаланы. Төбәк етәксеһе был ихата төҙөлөштө нисек эшләргә түгел икәне миҫалы тип баһаланы.
Биләмәне тәртипкә килтереү өсөн бюджеттан 45 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән. Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашҡандан һуң, етешһеҙлектәр менән төҙөкләндерелгән ихата буйынса Башҡортостан башлығы контроль идаралығына тикшереү ойошторорға ҡушты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт ихаталары» программаһы төбәктә 2019 йылдан республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла.



