Башҡортостандың 15 шифаханаһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ял итә ала. Был дәүләт бүлгән 40-тан ашыу льготаларҙың береһе. Мөмкинлек менән республикала 5 меңгә яҡын кеше файҙаланып өлгөргән. Уларҙың береһе - яугир атаһы Ришат Әхмәтғәтин менән беҙҙең ижади төркөм аралашты. Асҡын районынан пенсионер әле «Янғантау» шифаханаһында дауаланыу үтә.
«Ожмах ерҙә булһа, ул Янғантауҙа», - тип шаярта Ришат Сәғит улы. Ә шәфҡәт туташтары - әйтерһең, фәрештә. Сөнки күпме йылдар һыҙланған аяҡ-ҡулдар, ниһайәт, тыныслана башлаған. Янғантауҙан сыҡҡан файҙалы парҙар ҙа шулай уҡ ауыртыуҙы кәметә, микробтарға ҡаршы көрәшә.
Ә тоҙло бүлмәлә пенсионер үпкәләрен дауалай. Тын ҡыҫылыу менән бер нисә йыл элек операциянан һуң яфалана башлай. Ә бында бер нисә процедуранан һуң хәл күпкә яҡшырҙы, ти ул. Спелеокамерала иҙән, түбә, стеналар Ымырбур өлкәһенән килтерелгән файҙалы тоҙҙан тора. Ә ионлы һауа нервыларҙы тынысландыра, иммунитетты нығыта.
Пенсионерҙың көнө минутлап тигәндәй яҙылған. Массаж, бассейн - продедуралар иртәнән кискә тиклем дауам итә. «Янғантау»ҙа ул икенсе тапҡыр. Юлламаны ул яугир атаһы булараҡ льгота буйынса алған. Улы махсус хәрби операцияға быйыл йәй ҡушылған.
Яугирҙы атаһы ла көтә. Пенсионерҙың күңел хәүефтәрен шифахана хеҙмәткәрҙәре кешелекле мөнәсәбе менән баҫа.
Ошондай мөмкинлеккә бөтә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары файҙалана ала. Яугирғ ике аҙналыҡ путевка менән тулыһынса үҙе файҙаланырға йәки туғанына көндәрҙе бүлеп бирә ала. Уны шифаханалар сайтында юлларға мөмкин.
Рәзилә Ғилметдинова



