Иглин районында «хәҙерге донъяла ҡатын-ҡыҙ»тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды

Әсәләр түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. «Әсә көнө» байрамы сиктәрендә Иглин районында «хәҙерге донъяла ҡатын-ҡыҙ»тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙғарылды.

Әңгәмәгә эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар, уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, күп балалы әсәйҙәр, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындары һәм әсәләре саҡырылды. Ҡунаҡтарҙы Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова тәбрикләп төрлө өлкәлә эшләүсе әсәләргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Әңгәмә барышында хәҙерге ҡатын-ҡыҙҙарға ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде: ғаилә тәрбиәһенең мөһимлеге, ҡатын-ҡыҙ сәләәмтлеге, финанс белем нигеҙҙҙәре, балаларҙы һәм йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү мәсьәләләре барланды.

Сараның икенсе өлөшөндә йәнле фекер алышыу дауам итте. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Иглин районы биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар клубы ойошторорға тигән ҡарарға килде. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау мәсьәләләре буйынса эште әүҙемләштереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ