Әсәйҙәр байрамы айҡанлы аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды


Әсәйҙәр байрамы айҡанлы Өфөлә ишле, аҙ тәьмин ителгән 500 ғаиләгә аҙыҡ-түлек пакеты тапшырылды. Исемлектә физик мөмкинлеге сикләнгән бала тәрбиәләгәндәр ҙә бар.

Аҙыҡ-түлек наборҙары «Изгелек кәрзине» онлайн-марафоны барышында тупланған. Бөгөн ирекмәндәр «Русь-аҙыҡ түлек банкы» хәйриә фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә продукттарҙы пакеттарға бүлеп ғаиләләргә таратып сыҡты. Акция барышында 3 тоннаға яҡын аҙыҡ-түлек йыйылған. Пакетҡа көн һайын кәрәкле, тәү ҡулланылыштағы продукттар һалынған- ярма, сәй, шәкәр, консервалар. Төбәк бүлексәһе вәкилдәре әйтеүенсә, ярҙамға мохтаж ғаиләләр күп. Улар аҙыҡ-түлек наборын ҡыуанып ҡабул итә. Төбәк бүлексәһендә ярҙам итеүселәрҙе лә көтөп ҡалалар, әле был изге эштә булышлыҡ иткән ирекмәндәрҙең күбеһе оло йәштә. Улар был хәрәкәткә йәштәрҙе лә ҡушылырға саҡыра. Кешегә ярҙам итә алыуҙан, байрам кәйефе бүләк итеүҙән дә олораҡ ҡыуаныс юҡ, ти көмөш ирекмән Рәйхана Абдулхаева.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ