Өфөлә ойошма һәм учреждение хеҙмәткәрҙәре араһында волейбол буйынса турнир үтте

Ярыш Ғаилә йылына арналды. Республиканың баш ҡалаһында бындай форматтағы сара тәүге тапҡыр уҙғарылды. 5 коллективты бер майҙанға туплаған бәйгелә Өфө юридик институты, сәнғәт училищеһы, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы, Ленин һәм Киров райондары хакимиәттәре, шулай Башҡортостан юлдаш телеканалы командалары көс һынашты. Улар араһында волейболсыларҙың ғаилә ағзалары ла бар ине.

Ярышта һәр команда 4 осрашыу үткәрҙе. Уйындағы партиялар 2 еңеүгә һәм 15 мәрәйгә тиклем барҙы. Турнир һөҙөмтәһе буйынса Өфө юридик институты коллективы чемпион исемен яуланы. Икенсе баҫҡысҡа Ленин һәм Киров райондары хакимиәттәре йыйылма командаһы, өсөнсөгә Башҡоростан юлдаш елеканалы вәкилдәре күтәрелде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ