Башҡортостан шифаханаларында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре ял итә ала. Бындай төр мөмкинлек менән 5 меңгә яҡын кеше файҙаланған. Асҡын районынан яугир атаһы Ришат Әхмәтғәлин “Янғантау” шифаханаһында дауаланыу үтә.
Республикала 15 шифахана яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә бушлай дауалау хеҙмәттәре күрһәтә. Курорттарҙың тулы исемлеге Һаулыҡ һаҡлау һәм Ғаилә министрлыҡтары сайтында танышырға була.




