Ҡариҙел районы Магинск ауылында махсус хәрби операция яугиры Кирилл Чирков иҫтәлегенә мемориал таҡтаташ асылды. Ташһын һалдат белем алған мәктәп диуарына беркетелде. Хәрбиҙең апаһы Галина Бузунова хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Кирилл Черков 2024 йылдың ғинуарында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Яугир үлгәндән һуң Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелә.




