Махсуслаштырылған күргәҙмә барышында дегустация конкурсы уҙғарыла. Еңеүселәр 12 номинацияла асыҡлана. Ит, һөт, икмәк продукцияһы, эсемлектәр һәм башҡа ризыҡ баһалана. Иң яҡшылар миҙалдар менән бүләкләнә, тауарҙарына сифат тамғаһы беркетелә. Аҙыҡ-түлек фестивале 28 ноябрҙә башлана, тип хәбәр итәләр хөкүмәттән.




