Ул дәүләттәр араһында иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу маҡсатында ойошторола. Сарала ҡатнашыусылар өсөн эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнгән. Баш ҡалала Рәсәй һәм Ҡаҙағстанда етештерелгән техника экспозицияһы, шулай уҡ халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе була. Йәш лидерҙар өсөн эшҡыуарлыҡҡа арналған форум үкәрелә. Аҙыҡ-түлек фестивалендә Рәсәй, Ҡаҙағстан һәм Башҡортостандың милли ризыҡтары тәҡдим ителә. Форум барышында “Халыҡтар дуҫлығы тауышы” тигән музыка фестивале уҙғарыла. Бөгөн кис “Өфө-Арена”ла иптәштәрсә хоккей матчы була. Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан ветерандарының йыйылма командалары осраша.




