Башҡорт дәүләт аграр университетында хеҙмәт һәм хәрби дан биләмәһе асылды


Ҙур булмаған сквер уҡыу корпусы эргәһендә барлыҡҡа килде. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарына, тыл хеҙмәтсәндәренә һәм башҡа хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арналған стела төп элемент булып тора. Асыу тантанаһында билдәләүҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ауыл хужалығы институтының йөҙҙән ашыу уҡытыусыһы, хеҙмәткәре һәм студенты фронтҡа китә. Уларҙың яртыһынан күбеһе фашизмға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк була. ВУЗ вәкилдәре махсус хәрби операцияла ла ҡатнаша. Әлеге сараға ла бөгөнгө ватан һаҡсылары саҡырылды

Юғары уҡыу йорто тылда ла үҙ өлөшөн индерә. Аграр университетта маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре эшләйҙәр, яугирҙар өсөн аҙыҡ-түлек йыйылмаһы туплайҙар. Шулай уҡ техника менән дә ярҙам күрһәтелә. Сквер асылған көндө уҡыу йорто үҙ аҡсаһына һатып алған мотоциклдарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ