Ер туңып, тәүге ҡар яуыу менән ауыл халҡы, йола буйынса, үҫтергән ҡош-ҡортонан ит әҙерләй, үҙҙәренән артҡанын ҡала баҙарында тәҡдим итә. Благовар районы Яныш ауылында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә ҡаҙ өмәһе уҙғарылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ауылда ҡаҙ өмәһе иртә таңдан башлана һәм кискә тиклем дауам итә. Иртә менән ауыл ҡатын-ҡыҙҙары Ғәлләмовтарҙа йыйылды. Ҡаҙ ите тәмле һәм һаулыҡҡа файҙалы. Унан төрлө ризыҡтар әҙерләнә. Ҡаҙ майы биттәр туңғанда, ә һалҡын тейгәндә һурпаһы тын юлдарына шифалы. Яңы йыл өҫтәлен дә бешерелгән ҡаҙһыҙ күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел, ти уңған хужабикәләр. Ғәлләмовтарға йөҙҙән ашыу ҡаҙ-өйрәкте эш итергә бөтә ауыл ярҙамлаша.
Ҡаҙ өмәһендә хәрби хәрәкәттәр ветераны Тимерйән Ғәтиәтуллин да ҡатнашты. Элекке яугир тылда ла ҡул ҡаушырып ултырмай, яҡташтарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә тырыша.
Ҡатын-ҡыҙҙар көйәнтәләргә түшкәләрҙе аҫып быуаға ҡаҙ сайҡатырға төштө. Һалҡын һыуҙа сайҡатылған ҡаҙ ите оҙағыраҡ һәм яҡшыраҡ та һаҡлана. Кисен хужабика бөтәһен дә мул табынға саҡырған. Яныштар һәр эште айыҡ аҡыл менән, күмәк көс менән һаулыҡҡа зыян итмәй башҡара.
Былтыр яныштар муниципаль этапта еңеү яулап, 200 мең һумға һайлау участкаһы һәм фап биләмәһе кәртәләнгән. Быйыл иһә ауылдаштар республика этабында еңеү теләге менән яна. Улар «Айыҡлыҡ аллеяһын»булдырған. Бынан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүгә йүнәлтеләсәк «Ете ҡыҙ» тип исемләнгән яңы проектты тормошҡа ашырырға йыйыналар.
Гүзәл Борханова



