Ул Башҡортостан Юғары судының элекке рәйесе Земфира Латипованың иҫтәлегенә арналды. Суд системаһында 4 тиҫтә йылдан ашыу ғүмерен арнаған Земфира Үзбәк ҡыҙы 2020 йылда Рәсәйҙең алты төбәгенән судьялар араһында волейбол буйынса беренсе төбәк-ара турнир үткәреүгә ирешә. Баш ҡалала үткән ярышта республика район-ҡалаларынан йәмғеһе 13 команда көс һынашты. Беренселек өсөн көрәштә Республиканың Юғары һәм Арбитраж судтары, шулай уҡ ҡала-район судтарының 100-ҙән ашыу судьяһы һәм хеҙмәткәре ҡатнашты.



