Башҡортостанда «Защитник» хәрби хеҙмәткә ҡабул итеү пункты эшен дауам итә


Яңы үҙәк «Черемушки» шифаханаһында урынлашҡан. Ул бер юлы 100 кешене ҡабул итә ала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт төҙөүсегә 1 миллион 300 мең һумдан ашыу субсидия ҡаралған. Бер тапҡыр бирелә торған түләүгә илдең Оборона министрлығы, Башҡортостан башлығы һәм район хакимиәте бүлгән сумма инә. Бынан тыш, яугир һәм уның ғаиләләре өсөн 40-тан ашыу льгота булдырылған. Һайлап алыу пункты инструкторҙары белдереүенсә, контракт төҙөргә теләүселәр көндән-көн арта.

Контракт төҙөргә теләүсенең үҙе менән паспорт, хәрби билет, үҙе һәм балаларының тыуыу тураһында таныҡлығы, белем алыу, никахлашыу тураһында документ, ИНН, СНИЛС, банк картаһы реквизиттарын килтереүе һорала. Хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Контракт срогы - хәрби вазифаға ҡарап, бер йыл һәм унан күберәк. Мәғлүмәт өсөн телефон һандары: 122, 117.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ