«Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһы ярҙамында юл проблемаһы хәл ителгән


Өфөнөң Геологтар урамында йәшәүселәр күмәк көс менән проблемалы участканы ремонтлаған. Йорттарға илтеүсе юл айырыуса яҙлы-көҙлө йөрөп булмаҫлыҡ хәлгә әйләнә, бигерәк тә йәйәүлеләр ыҙа сигә. Урам халҡы кәңәшләшкәндән һуң «Урындағы башланғыстарҙы хуплау» программаһында ҡатнашырға ҡарар итә. Шулай итеп, быйыл йәй уларҙың күп йыллыҡ проблемаһы артта ҡалған. Аҡсаның бер өлөшөн халыҡ йыйған, шулай уҡ эшҡыуарҙарҙың береһе үҙ өлөшөн индергән. Был суммаға өҫтәп республика һәм ҡала бюджетынан 1 миллион 300 мең һум бүленгән.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ