Баш ҡаланың Владимир Комаров исемендәге балалар ижады һарайында «Өфөнөң мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл уҡытыусыһы» һөнәри конкурсын асыу тантанаһы үтте.
Сараның төп маҡсаты - балалар баҡсалары хеҙмәткәрҙәренең эшендә инновацион алымдар ҡулланыу тәжрибәһен өйрәнеү, тармаҡта яңы исемдәр асыу һәм йәмғиәттә педагог һөнәренең абруйын күтәреү.
Һәр ваҡыт заман менән бергә атларға тырышҡан һөнәр эйәләре өсөн конкурс яңы офоҡтар аса, һөнәри үҫеш мөмкинлеге бирә. Быйыл конкурс 3-сө тапҡыр үткәрелә. Педагог оҫталығында 40-лап конкурсант көс һынаша.



