Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры, төркиәтсе ғалим Рәшит Шәкүрҙең «Башҡорт халыҡ ижады хазиналары» исемле китабының исем туйы үтте.
Яңы йыйынтыҡта авторҙың уҙған быуаттың 60-сы йылдарынан алып йыйған йырҙар, риүәйәттәр, легендалар, йыр-көй тарихтары һәм башҡа башҡорт халыҡ ижады өлгөләре тупланған. Фольклор экспедициялары тураһындағы яҙмалары «Юлдар миңә йырҙар бүләк итә» тигән исем аҫтында айырым бүлек итеп бирелгән. Китаптың төҙөүсеһе - әҙип үҙе. Ҡыҙғанысҡа, ул был хеҙмәтен тамамлап өлгөрмәй. Республика башлығы грантына донъя күргән китапты сығарыуға ғалимдың ҡыҙҙары Шәүрә Шәкүрова һәм Гөлдәр Камалова күп көс һалған.



