Бөгөн ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы башланды. Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр 1992 йылда урынлаштырыла. Тәүге төбәк-ара форум 2003 йылда Омск ҡалаһында үтә. 2022 йылда был йыйынды Ырымбур ҡабул итте. Унда Радий Хәбиров 20-се юбилей форумды Өфөлә уҙғарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. 2023 йылда Костанай ҡалаһындағы форумда Владимир Путин ҡатнашыусыларҙы Өфөгә саҡырҙы. - Рәсәй һәм Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлектә төбәк-ара бәйләнештәр ҙур роль уйнай, тине Владимир Путин.




