Өфөлә “Ҡаҙаҡ халыҡ әкиәттәре” йыйынтығы менән таныштырҙылар. Сара Рәсәй-Ҡаҙағстан хеҙмәттәшлек форумы барышында ойошторолдо. Ҡаҙаҡ әкиәттәрен башҡорт теленә яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова тәржемә иткән.
Өфөләге “Ижад” күргәҙмәләр залында ҡатын-ҡыҙҙар өсөн оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Уны Ҡаҙағстан ҡунағы, билдәле дизайнер Ырза Турсынзада үткәрҙе. Оҫта кейемдәрҙә халыҡ ижады өлгөләрен ҡуллана. “Әйберҙәрҙе ҡыҙыҡлы итеп тегеү мөһим. Шул осраҡта улар ҡулланыусының иғтибарын йәлеп итә”, - тип иҫәпләй ул.
Өфөлә шулай уҡ “Ҡаҙағстан бөгөн” тигән фотокүргәҙмә асылды. Фоторәссам Павел Теняковтың эштәре туғандаш республиканың тәбиғәте, мәҙәниәте һәм иҫтәлекле урындарын сағылдыра. Күргәҙмә менән 6 декабргә тиклем танышырға мөмкин.




