Уның суммаһы 400 мең һум. Ил президенты Владимир Путин ошо турала указға ҡул ҡуйҙы. Документ менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Түләүҙәр 1 августан контракт төҙөүселәр өсөн ҡаралған. Указ көсөнә инде. Быйыл Башҡортостанда Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды.




