"Дуга" ҡушаматлы яҡташыбыҙ дошмандың хәрби техникаһын һәм тере көсөн юҡ иткән өсөн дәүләт наградаһына лайыҡ булған. Ул 2022 йылдан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. “Беҙҙең артиллерия бригадаһы Сватово ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашты. Иптәштәрем менән бергә дошман колоннаһын утҡа тоттоҡ. ", - тип белдергән яугир. "Дуга" алғы һыҙыҡта ҡыйыулыҡ күрһәткәне өсөн "Хәрби батырлыҡ өсөн" һәм Шайморатов миҙалдары менән дә бүләкләнгән.




