Был турала Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса үҙәктән хәбәр итәләр. - Суйын - үҙенсәлекле материал, уның менән дөрөҫ эш итергә кәрәк, - тип белдерелде. Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле һәм ул урынлашҡан ҡурған авария хәлендә. Әле федераль әһәмиәттәге объект буйынса экспертиза эштәре бара.




