Иптәштәрсә уйын "Өфө-Арена"ла була. Был осрашыу Рәсәй һәм Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы барышында ойошторола. Быға тиклем баскетболсылар араһында иптәштәрсә уйын үтте. Унда Рәсәй командаһы еңеү яуланы. - Башҡортостанда 2 миллион кеше спорт менән өғөлләнә. Инфраструктураны яҡшыртабыҙ, һуңғы биш йылда 1 мең ярым спорт объекты төҙөнөк, - тип белдерҙе премьер-министр вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров.




