Тыл ярҙамы. Кушнаренко районы ирекмәндәре махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Шәрип ауылы мәсетендә хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар йыйылып маскировка селтәрҙәре үрә, Урта Аҡбаштар йорт шарттарында туҡмас һәм башҡа тәмле ризыҡтар әҙерләй. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Хафиза» мәсетендә хаҡлы ялдағылар йыйылған. Шәриптәр өй эштәрен бер аҙға кисектереп тороп, яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә, блиндаж һәм окоп шәмдәре етештерә, башҡа кәрәк-яраҡтар хәстәрләй. Ауыл ағинәйҙәре һәм аҡһаҡалдар мәсеттә яугирҙар иҫәнлегенә доға ҡыла.
Мәсеткә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар ҙа йыш килә.»Бодрый» ҡушаматлы яугирҙы яҡташтары йылы ҡаршыланы. Һалдат яҡташтарының хәлен белеште. Алғы һыҙыҡта дрондар һөжүменән һаҡлау өсөн маскировка селтәрҙәре үргәндәре өсөн ысын күңелдән рәхмәтен белдерҙе. Осрашыу шатлыҡлы һәм йылы шарттарҙа уҙҙы.
Алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ярҙам әҙерләүҙә яугир әсәһе лә ҡатнаша. Римма Әмир ҡыҙы улының алғы һыҙыҡҡа ил һаҡларға юлланғаны хаҡында бер-нисә ай үткәс кенә белә.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙамға Урта Аҡбаш ауылы ағинәйҙәре лә әүҙем ҡушылды. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар Рәзилә Нурыева йортонда бәләкәй-цех булдырған. Унда хужабикәләр туҡмас ҡырҡа, милли тәм-том, сәк-сәк әҙерләй.
Ҡатын-ҡыҙҙарҙың тилбер ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Улар Ватан һаҡсылары яҡындарының, тыуған йортоноң йылыһын тойһон, имен-һау өйҙәренә ҡайтһын өсөн бөтәһен дә эшләй. «Бодрый» ҡушаматлы яугирға ла ауылдаштарынан тыуған яҡ сәләмен һәм тәмлекәстәрҙе тапшырып, Еңеү менән имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләнеләр.
Гүзәл Борханова



