Башҡортостан Бөтә Рәсәй экодиктантына ҡушылды


Тәүге офлайн майҙансыҡ республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында эшләй башланы. Диктант өлкәнең 12 йүнәлешенә ҡағылған 25 һорауҙан тора. Төп күнегеүҙәр Рәсәй ҡурсаулыҡтары, Ҡыҙыл китап һәм экотуризмға арналған. Мәғариф акцияһы илдә 6-сы тапҡыр ойошторола. Сара онлайн-форматта Экодиктант.рус сайтында ла үтә. Былтыр Башҡортостан еңеүсе төбәктәр исемлегенә ингән. Ул саҡта республиканан 220 меңдән ашыу кеше белемен һынаған. 


Һорауҙар ҡыҙыҡлы булды. Ҡайһы берҙәренә яуап биреү өсөн ныҡ ҡына уйланырға тура килде. Диктант экологик белемде һынап ҡарау өсөн яҡшы мөмкинлек. Киләһе диктантҡа махсус әҙәбиәт уҡып, алдан әҙерләнергә теләйем.

Екатерина Кошелева, Республика балалар экология-биология үҙәге директоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ