Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың ижади кисәһе уҙҙы. Әҙиптең 70 йәшлек юбилейы уңайынан үткән сараға уның яҡындары, ҡәләмдәштәре, яҡташтары һәм ижадын һөйөүселәр йыйылғайны. Әҙәби осрашыу майҙаны итеп Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һайланды. Әҙип теләгән һәр кемгә автограф менән китаптарын таратты. Әле лә ул яңынан-яңы хеҙмәттәр өҫтөндә эшләй.
Ринат Камал Мәсетле районы Дыуан-Мәсетле ауылында тыуған. Бала саҡтан табип йәки яҙыусы булырға хыяллана. Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә, тик әҙәбиәт уға яҡыныраҡ икәнен аңлап, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына күсә. Телевидение, Яҙыусылар союзы, «Китап» нәшриәтендә эшләй. «Бәлә», «Таня-Таңһылыу», «Әлфирә» кеүек әҫәрҙәре менән билдәле.



