Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы асылды


Хеҙмәттәшлек юлында. Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы асылды . Ике дәүләт араһында диалог ойоштороп , хеҙмәттәшлек юлдарын киңәйтеү өсөн уҙғарылған форумда 30 төбәктән 3 меңгә яҡын делегат ҡатнаша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форум ҡунаҡтарын сәләмләп, Өфөләге осрашыуҙың төбәктәр үҫеше өсөн мөһим проекттарға башланғыс буласағына ышаныс белдерҙе. Теманың дауамы БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында. 

Эшлекле һөйләшеүҙәр , яңы килешеүҙәр һәм дәүләт-ара маҡсаттар. Өфөлә эш башлаған «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумы бизнес һәм власть вәкилдәрен берләштереп иҡтисад, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, туризм тармағы белгестәренә диалог майҙанына әүерелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 20-се юбилей форумы ҡунаҡтарын сәләмләп, ике республиканың дуҫлыҡ ептәре ныҡлы тип белдерҙе. Быуаттар төпкөлөнән Башҡортостандың һәм Ҡаҙағстандың тамырҙары, йолалары һәм хужалыҡ алып барыу ысулдары уртаҡ.

Республика башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан инвесторҙары өсөн Башҡортостанда ойошторолған мөмкинлектәрҙе иғтибарға алды. Эшҡыуарҙар өсөн махсус иҡтисади зоналар, дәүләт ярҙамы программалары, һалым ташламалары һәм башҡа саралар ҡаралған. Форум сиктәрендә йәш эшҡыуарҙар бизнес , стартап ойоштороу һорауҙарында тәжрибә уртаҡлашты. 300-ҙән ашыу белгес ике республиканы берләштергән йүнәлештәрҙә әүҙем эш алып барыу маҡсаттарын ҡуйып, үҙҙәренең яңы проекттарын презентацияланы.


Ҡаҙағстан эшҡыуарҙары өсөн Рәсәй менән хеҙмәттәшлек бик әһәмиәтле йүнәлеш. Иҡтисади күҙлектән килемле проекттар йылдан-йыл арта һәм был күрһәткестәр ыңғай динамика менән үҫешә. Башҡортостан Республикаһы беҙҙең өсөн ышаныслы партнер булып тора. Минеңсә, беҙ башҡорттар менән оҡшашбыҙ, хатта һеҙҙең телегеҙ беҙҙең өсөн яҡын һәм аңлайышлы тойола.

Тимур Жаркенов, Ҡаҙағстан Республикаһының эшҡыуарҙар милли палатаһы рәйесе урынбаҫары

Сарала бай йөкмәткеле эшлекле программа, ике илдең халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, дизайнерҙар әҙерләгән мода тамашаһы, мәҙәни саралар ойошторолдо. Халыҡ кәсептәре күргәҙмәһендә иң яҡшы оҫталарҙың ҡул эштәре өлгөләре күрһәтелде.

«Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумында 30 төбәктән 3 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Алты делегацияны губернаторҙар етәкләй.

Өфөлә ике көн дауам итәсәк «Рәсәй Ҡаҙағстан» төбәк -ара форумы сиктәрендә гастрономия фестивале үтә . Көрәш һарайы алдындағы майҙандағы күргәҙмәлә форумға махсус бешерелгән ризыҡтар күрһәтелде. 2500 йомортҡанан яһалған урама ризығы, йөҙ йомортҡанан «Ҡырмыҫҡа иләүе» торты һәм Башҡортостан картаһын сағылдырылған ҙур сәк-сәкте һатыуҙан йыйылған сумма алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ярҙамға ебәреләсәк. Күргәҙмәлә төрлө халыҡтарҙың милли аш-һыу ризыҡтарын әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм дегустация ойошторола. Иртәгә Өфөгә күләмле форумдың төп өлөшөнә Ҡаҙағстандан ҙур делегация килеүе көтөлә.

Флорида Ким

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ