Өфөләге «Мираҫ» галереяһында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Раушания Бәҙретдинованың шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға авторҙың төрлө осорҙа яҙылған картиналары ҡуйылған. Ижади эштәрендә яҡтыртылған төп тема тормош асылына бәйле - ғаилә, Кесе Ватан, тыуған илгә ҡарата оло һөйөү сағылыш тапҡан. Күргәҙмә декабрь аҙағына тиклем эшләй. Әйткәндәй, 28 ноябрҙә «Сәнғәт тураһында диалог» тип исемләнгән сара көтөлә, Раушания Бәҙретдинова менән йәнә осрашыу үтә, уның рәссам булараҡ үҫеше, ижадының уңыш сере менән танышып буласаҡ.
Раушания Бәҙретдинова Хәйриә проекттарында әүҙем ҡатнаша, һәләтле балаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө фондтар менән хеҙмәттәшлек итә. Һуңғы биш йылда рәссам «Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе» Бөтә Рәсәй академияһы проекты сиктәрендә республиканың төрлө район-ҡалаларында һынлы сәнғәт буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторған, күргәҙмәләр аша картиналарын халыҡ иғтибарына тәҡдим иткән. «Ижади эштәре күңелдәрҙе дауалаусы көскә эйә,»-тине үҙ сығышында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова



