Ул махсус хәрби операция биләмәһендә урынлашҡан госпиталдәрҙең береһендә эшләйәсәк. Һөнәрҙәшебеҙ Өфөнән юлға сыҡты. “Яугирҙарыбыҙға күңел ҡушыуы буйынса ярҙам итергә ҡарар иттем”, - тип белдерҙе Рәмзиә Кәримова.
Яралы һалдаттарға ярҙам күрһәткән ҡатын-ҡыҙ волонтерҙар отряды Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса булдырылды. Башҡортостан етәксеһе отрядтың тәүге составы менән осрашты, уларға рәхмәт белдерҙе.




