Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин ошо турала белдергән. “Кэмл” ҡушаматлы һалдат Чечен республикаһындағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. 2023 йылдың майында Оборона министрлығы менән килешеү төҙөй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Бөгөн сержант взвод командиры. “Юғары дәүләт наградаһы яҡташыбыҙҙың ҡыйыулығын күрһәтә. Шулай уҡ уның янындағы иптәштәренең батырлығы тураһында һөйләй”, - тип яҙған социаль селтәрҙә Илдар Мостафин.




