2030 йылға шундай маҡсат ҡуйыла. Ил хөкүмәтендә алдағы йылдарға саралар планы әҙерләнгән. Уға ярашлы, балалар уйынсыҡтарын сифатлыраҡ итеү буйынса эш алып барыла, үҙебеҙҙә етештереүгә иғтибар арта. Башҡортостанда балалар тауарҙары һәм уйынсыҡтар етештереүселәр кластеры булдырылған. Ул беҙҙең республиканан 8 һәм Донецк республикаһынан 1 предприятиены берләштерә. Республика етәксеһе башланғысы менән Өфөлә "Әйҙә, уйнарға" тигән беренсе бөтә Рәсәй балалар уйынсыҡтары форум-күргәҙмәһе уҙғарылды.




