Әле бында ремонт дауам итә. Объектта 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Шаҡша күперен бөтә 4 һыҙатта хәрәкәтте йыл аҙағына тиклем асыу планлаштырыла, тип хәбәр итәләр Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Капиталь төҙөкләндереү 2023 йылдың йәйендә башланды. Төҙөкләндереү өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса ҡаралған. Шаҡша күпере 1984 йылда төҙөлгән.




