Бөгөн Рәсәй менән Ҡаҙағстандың 20-се төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының икенсе көнө


Эшлекле программаға ярашлы, Көрәш һарайында ике дәүләт етәксеһе ҡатнашлығында пленар ултырыш уҙғарыла. Владимир Путин һәм Ҡасым-Жомарт Тоҡаев видеоконференция бәйләнеше аша сығыш яһай. 

Рәсми ҡунаҡтарға килгәндә, бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Өфө» аэропортында Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - Аппарат етәксеһе Ғәлимжан Койшыбаев етәкселегендәге ҙур делегацияны ҡаршы алды. Көнсығыш-Ҡаҙағстан, Кустанай, Павлодар һәм Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәләренең акимдары килгән. Башҡортостанға эш сәфәре барышында улар берҙәм проекттар һәм ҡеүәтле техника экспозицияларын, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен ҡараясаҡ, шулай уҡ төбәк етәксеһе ҡунаҡтарҙы социаль һәм мәҙәни объекттар менән таныштыра.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ