Алдағы бер нисә аҙнала улар медицина хеҙмәткәрҙәренә ауырыу һәм яралы һалдаттарҙы ҡарарға ярҙам итәсәк. Ирекмәндәр сафында коллегабыҙ, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова ла бар.
Отряд составына шулай уҡ хәрбиҙәрҙең яҡындары, эшҡыуарҙар, тыныс тормошта гуманитар ярҙам йыйыуыусылар ингән. Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, яҡташтарыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә күңел саҡырыуы буйынса бара. Был эш түләүле түгел, гүзәл заттарыбыҙ аҡ халатлылар менән бер рәттән госпиталдәрҙә йәрәхәтләнгән яугирҙарға ярҙам күрһәтә, уларҙы операцияға әҙерләй, палаталарҙа дежурҙа торасаҡ.



