Кушнаренкола диңгеҙселәргә һәйкәл асылды


Һәйкәл Ағиҙел ярындағы «Самолет» паркында ҡуйылды. Тантанаға төрлө йылдарҙа диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүселәр саҡырылды. Диңгеҙселәргә мемориал Кушнаренко районы хәрби диңгеҙ флоты ветерандары берләшмәһе тәҡдиме менән төҙөлә. Идеяны муниципалитетта ла хуплайҙар. Һәйкәл тулыһынса хәрби диңгеҙ флоты ветерандары һәм яҡташтарҙан йыйылған хәйриә ярҙамы аҡсаһына төҙөлгән. 


Һәйкәл эшләтеү оҙаҡ һәм мәшәҡәтле булды. Ике йыл дауамында күпселек ваҡытты бында уҙғарырға тура килде. Беҙҙең дигеҙселәр араһында ир-егеттәр эштә, шуға ла оҫталар ялланыҡ, үҙем дә эшләштем.

Илгиз Сәлимгәрәев, Хәрби диңгеҙ флоты ветераны
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ