Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумының пленар ултырышы үтте


Видеобәйләнеш аша форумда ҡатнашыусыларҙы ил Президенты Владимир Путин сәләмләне. Дәүләт башлығы Ҡаҙағстан Рәсәйҙең ышаныслы партнерҙарының береһе тип белдерҙе. Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса ике дәүләт араһында тауар әйләнеше 30 миллиард һум тәшкил иткән. Ҡаҙағстан иҡтисадына Рәсәйҙән 13 миллиард һум инвестициялар йәлеп ителгән. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлеккә етди иғтибар бүленә. Рәсәй юғары уҡыу йорттарында байтаҡ Ҡаҙағстан студенттары белем ала.

Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаев Өфөлә ойошторолған 20-се юбилей форумды юғары баһалап оло рәхмәтен белдерҙе. Ҡаҙағстан һәм Рәсәй араһында 49 күләмле проект ғәмәлгә ашырыла һәм дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте артабан киңәйтеү маҡсаты ҡуйыла.

Өфөлә «Рәсәй-Ҡаҙағстан» төбәк-ара форумында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев, Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер- министры урынбаҫары, аппарат етәксеһе Ғәлимжан Койшыбаев сығыш яһаны. Осрашыуҙа Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың Костанай, Актүбә өлкәләре араһында хеҙмәттәшлек меморандумы төҙөлдө. Радий Хәбиров Ҡаҙағстан президенты Ҡасым-Жомарт Тоҡаевтың атаһы Кемел Тоҡаев яҙған китаптың башҡорт теленә тәржемәһен Ҡаҙағстан делегацияһына бүләк итте. Ғөмүмән, ике көн дауам иткән форумда сауҙа-иҡтисад, бизнес, сәнәғәт, туризм, йәштәр сәйәсәте йүнәлештәрендә тиҫтәләгән килешеүгә, инвестиция проекттарына ҡул ҡуйылды. Юбилей форумы йомғаҡтары буйынса илдәрҙең төбәк-ара һәм сик буйы хеҙмәттәшлеге программаһы ҡабул ителде.

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ