Илһөйәрлек рухы менән һуғарылған байрам. Өфөләге «Атайсал» мәҙәни үҙәгендә махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары араһында ойошторолған Асыҡ төбәк-ара фестиваленең финалы үтте.
Сара икенсе йыл рәттән Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы, «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан бүлексәһе, республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Конкурсҡа 100-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән, гала-концертҡа уларҙың 15-е һайлап алынған. Ҡатнашыусылар араһында ижади коллективтар ҙа, яңғыҙ башҡарыусылар ҙа бар. Сәхнәнән патриотик йырҙар, шиғырҙар яңғыраны, шулай уҡ, үҙешмәкәр артистар музыка ҡоралдарында уйнаны
Фестивалдең финалында бүләкләү тантанаһы ла үтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике яугирға хәрби бәрелештәр ветераны танытмаһы бирелде, һалдаттарға гуманитар ярҙам күрһәтеүсе ирекмәндәр билдәләнде. Бынан тыш, сарала «Ватан һаҡсыһының атаһы» миҙалы тапшырылды. Наградаға Удмурт республикаһынан Александр Прокопенко менән Баймаҡ районынан Фазлетдин Аслаев бүләкләнде.



