Фәнни проект документацияһы менән улар Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡта таныштылар.
Осрашыу күҙәтеү советы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре үтенесенә ярашлы ойошторолдо. Әлеге ваҡытта Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялауға әҙерлек буйынса фәнни проект Мәскәүҙә федераль экспертиза үтә. Уның һығымталары Башҡортостандың йөҙөк ҡашына әйләнгән объектты яңыртыу ҡасан башлансаҡ, реставрация ниндәй этаптарҙан торасаҡ һәм күмпе сығымдар талап ителәсәк, тигән һорауҙарға яуап бирәсәк. Проект эшен Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ҡараған һәм Мәҙәни мираҫ объекттары тураһындағы ҡануниәткә яуап биргән махсус ойошма әҙерләгән. Экспертизаға ебәрелер алдынан документтар белгестәр тарафынан ҡаралып хуплау тапҡайны.
Салауат Юлаев һәйкәле Европала берҙән-бер 40 тонна ауырлыҡтағы өс таяуҙа торған скульптура. Бер яҡтан ул уникаль булһа, инженерлыҡ йәһәтенән бик ҡатмарлы. Күҙәтеү советы ағзаларының ҡыҙыҡһынған һорауҙары һәйкәлгә генә түгел, уның постаменты, нигеҙе, ер аҫтындағы һыуҙарға ла бәйле булды. Шулай уҡ, күҙәтеү советының киләһе ултырышына Санкт-Петербургтағы «Баҡыр һыбайлы» һәйкәлен реставрациялауҙа ҡатнашҡан белгестәрҙе лә саҡырыу тәҡдиме яңғыраны.



