Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемалары бөгөн Рәсәй фәндәр акаедмияһы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында үткән ғилми-ғәмәли конференцияһында күтәрелде. Был юлы сара күренекле төркиәтсе Сәриә Миржанованың 100 йыллығы сиктәрендә үтте. Сәриә Фәзулла ҡыҙы башҡорт тел ғилеменә тос өлөш индергән шәхес. Ғалимәнең эштәре бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, төрки донъя халыҡтарында ла миҫалға алына. Хәбәрсебеҙ Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми-ғәмәли конференция ике секция ултырышында үтте. Пленар өлөштә ғалимәнең тормош һәм фәнни хеҙмәт юлына арналған айырым докладтар тыңланды. Сәриә Фәзулла ҡыҙы төрки халыҡтары араһында башҡорт тел ғилемендә яҡты эҙ ҡалдырған шәхес, тиелде сара барышында.
Конференция ҡатнашыусыларын ғалимәнең яҡташтары, Әбйәлил районынан рәсми делегация ла ихлас тәбрикләне. Улар Сәриә Миржанованың тыуған яғында рухын мәңгеләштереү, уның тормош юлын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
Ошо рәүешле Сәриә Миржанованың фәнни ҡаҙаныштары быуындан-быуынға тапшырыла килә. Әйткәндәй, ғалимәнең эштәре бөгөн институт хеҙмәткәрҙәре араһында ла ҙур һорау менән файҙаланыла. Рәсәй халыҡтары телдәре диалектологияһының көнүҙәк проблемаларына арналған ғилми-ғәмәли конференция ғына мәҫәлән, 1957 йылдан ойошторола.
Сәриә Миржанова диалектолог булараҡ, телдәрҙең бер-береһенә йоғонтоһон халыҡ-һөйләү телмәре, әҙәби тел һәм диалекттар кимәлендә ғилми яҡтан төплө өйрәнгән. фольклористика өлкәһендә лә эшләгән, башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады әҫәрҙәрен йыйыу, яҙып алыу буйынса күп хеҙмәттәр башҡарған шәхес.
Азат Ғәлиуллин



