Гүзәлиә һәм Борис Ғәлиевтар биш бала тәрбиәләй. Ғаилә башлығы төҙөлөш тармағында, уның тормош иптәше өҫтәмә белем биреү педагогы. Ғәлиевтар балаларында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләй, ә иң мөһиме - улар бөтә йорт эштәрен бергәләп башҡара. Ғаиләнең йортонда һәр ваҡыт тәмле аш еҫе аңҡый. Әсәһенең аш-һыу әҙерләү серҙәренә ҡыҙҙары Розалия ла өйрәнә. Был эштән малайҙар ҙа ситтә ҡалмай. Мөхәббәт менән бешерелгән белештәр һәр ваҡыт уңа, тәмле һәм туҡлыҡлы килеп сыға.
Ғәлиевтарҙың балалары ата-әсә өлгөһөндә тәрбиәләнә. Йәш быуын йәмәғәт тормошона ла йәлеп ителгән - төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Федераль кимәлдәге «Күп балалы ғаилә» проекты номинацияһында ла улар лауреат исемен яулаған.



