Ике төбәктең иҡтисад һәм социаль өлкәһендә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Был турала Республика Башлығы Өфөлә үткән Рәсәй-Ҡаҙағстан төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумының пленар ултырышында белдерҙе.
Өфөлә Рәсәй-Ҡаҙағстан форумы дауам итә. Эшлекле йыйын ике илдең иҡтисади, мәҙәни һәм гуманитар бәйләнештәрен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында йыл һайын ойошторола.




